👍 Башҡортостандың Милли музейына фантастик табыш килтергәндәр — 7 августа 2026 г. в 03:42:21.491
👍 Башҡортостандың Милли музейына фантастик табыш килтергәндәр Дүртөйлө районында йәшәүсе Сергей Крючко ғәжәйеп табышҡа — мамонт балаһының аҫҡы яңаҡ һөйәгенә юлыҡҡан. Музейҙа уны фантастик табыш тип атағандар. 😳 Музей хеҙмәткәре Эльвира Хазиәхмәтова һөйләүенсә, яңаҡ һөйәге шул килеш һаҡланған, унда хатта бәләкәй генә ике һөт теше лә бар. Был иһә экспонатты ғилми яҡтан тағы ла ҡиммәтлерәк һәм үҙенсәлеклерәк итә. Мамонт балаһы беҙҙең ерҙәрҙә боҙлоҡ дәүерендә йөрөгән. Ҡиммәтле экспонат «Тәбиғи тарих» фондында һаҡланасаҡ һәм артабан күргәҙмәләргә ҡуйыласаҡ. 👍 Көҙ музейҙа Люба ҡушаматлы мамонт балаһына арналған күргәҙмә асыласаҡ.

