Аямай ҙа быйылғы йәй. . . — 22 августа 2026 г. в 15:30:02.410
Аямай ҙа быйылғы йәй. . . Килеп ҡоя ямғыры. Ел-дауылға ағастарҙың Аҡтарыла тамыры. Аямай ҙа быйылғы йәй. . . Өтөп-ҡырҙы эҫеһе. Ямғыр һорап ялбарҙылар Олоһо ла кесеһе. Аямайҙа быйылғы йәй. . . Йәшендәре ҡайһылай!? Уҡ - һөңгөһөн ҡаҙап ҡуя Ергә төшөп ялағай. Бына шулар Аллаһымдың Иҫкәртеүе түгелме!? Көн яманы бөтөр ҙә ул, Ҡәҙерле бит бөгөнө. Гөлиә Көмөшбаева.
375 просмотров

