Кисә Кушнаренко районында «Лада Нива» машинаһы юлдан осҡан. Автомобиль менән иҫерек 16 ... — 22 августа 2026 г. в 04:36:16.658
Кисә Кушнаренко районында «Лада Нива» машинаһы юлдан осҡан. Автомобиль менән иҫерек 16 йәшлек водитель идара иткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 13 йәшлек пассажир ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем урында уҡ йән биргән. Тағы өс пассажир, 12, 13 һәм 14 йәшлек балалар, күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Бәлиғ булмаған водитель үҙе лә йәрәхәтләнгән. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә шарттары асыҡлана.

