Хөрмәтле район халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары! — 27 августа 2026 г. в 10:01:46.517
Хөрмәтле район халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары! Һеҙҙе ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырабыҙ! Үткәрелеү көндәре: 29 август, шулай уҡ 5, 12 һәм 26 сентябрь. Үткәрелеү ваҡыты: сәғәт 10:00-дан 14:00-гә тиклем. Урыны: Ишембай ҡалаһы, «Шатлыҡ» баҙарының йәрминкә майҙаны. Йәрминкәлә ҡатнашыр өсөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе, фермерҙарҙы һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы саҡырабыҙ! Һауа температураһы юғары булғанлыҡтан, йәрминкәлә ит һәм ит тауарҙарын махсус һыуытыу йыһаздары (прилавка, витрина, һыуытҡыс) булғанда ғына һатырға рөхсәт ителә. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар менән сауҙа итеү тыйыла. 0+

