Ике бәхетһеҙ йән — 3 сентября 2026 г. в 06:13:08.401
Ике бәхетһеҙ йән Яман шеш менән ауырыусы, өмөтһөҙ ауырыуҙар өсөн тәғәйенләгән палатала ике кеше ята: береһе ҡырҡ биш йәштәр тирәһендәге ҡатын, икенсеһе дүр-биш йәшлек кенә ҡыҙыҡай. Ҡыҙыҡайҙың баш мейеһендә яман шеш тапҡандар, ауырыу аҙып, инде дүртенсе стадияға еткән. Был етем ҡыҙыҡайҙы яңыраҡ ҡына балалар йортонан килтергәндәр. Балалар йортонда был ҡыҙыҡайҙың баш өйәнәге йыш тотоп, һыҙланып ҡысҡырыуҙарын, аҙаҡ хәле бөтөп ыңғырашыуын ишетмәҫ хәлгә килгәс, ошо өмөтһөҙ, бер кемгә лә кәрәк булмаған ауырыуҙар аҙаҡҡы көндәрен үткәрә торған арзанлы дауаханаға килтереп һалырға ҡарар иткәндәр. Был бәләкәй ҡыҙыҡайға ни бары аҙна тирәһе генә йәшәргә ҡалғайны. Ә уның янында ятыусы ҡатындың үпкәһендә яман шеш тапҡандар, ауырыу көсәйеп, хатта һөйәктәренә тарала башлағайны. Был ҡатындың да бер яҡыны ла юҡ ине. Ике бәхетһеҙ йән ошо дауахана бүлмәһендә осрашты. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-09-03/ike-b-het-e-y-n-4798120

