ҺУҢҒА ҠАЛМАЙЫҠ. — 3 сентября 2026 г. в 04:17:54.514
ҺУҢҒА ҠАЛМАЙЫҠ. Әйтер һүҙҙәр әйтелһендәр ине, Ҡалмаһындар ине аҙаҡҡа. Нишләп кенә әйтмәнем һуң тиеп, Һалмаһындар ине ғазапҡа. Шул сағында әйткән булһам тигән, Үкенестәр йәнде өтмәһен. Йәндәй күргән яҡындарыбыҙға, Әйтер һүҙҙәребеҙ бөтмәһен. Йылы һүҙҙәр -йән аҙығы тиҙәр, Туңған күңелдәрҙе иретә. Йылмайһындар өсөн ирендәр, Наҙлы ҡараш,йылы һүҙ етә. Йәлләмәйек йылы һүҙебеҙҙе, Ваҡытында әйтеп ҡалайыҡ. Бер үк үкенерлек булмаһын, Ашығайыҡ,һуңға ҡалмайыҡ. ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА. Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.

