❗️ Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда «Терроризмға һәм экстремизмға – юҡ тип әйт!» тип аталғ... — 2 сентября 2026 г. в 11:22:25.199
❗️ Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда «Терроризмға һәм экстремизмға – юҡ тип әйт!» тип аталған мәғлүмәти әңгәмә ойошторолдо. Бөгөнгө көндә бәлиғ булмағандарҙы террористик һәм экстремистик эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙе иҫкәртеү — йәмғиәтебеҙҙең иң өҫтөнлөклө бурыстарының береһе. Балаларға провокацияларға бирелешмәүҙең мөһимлеге тураһында һөйләнеләр һәм теракт ҡурҡынысы тыуғанда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлаттылар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре терроризмдың бөгөнгө көндә иң хәүефле, алдан фаразлау ҡатмарлы булған күренеш икәнлеген, уның киң масштабтар алыуын билдәләне. Бынан тыш, балалар экстремистик һәм террористик ғәмәлдәр өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы тураһында белделәр. Розалиә Төхвәтуллина.

