"Ил менән бул!" - оло тарихтың бер өлөшөнә ин! — 8 сентября 2026 г. в 05:29:45.963
"Ил менән бул!" - оло тарихтың бер өлөшөнә ин! Беренсе тапҡыр тауыш бирәһеңме? Был һайлауҙарҙы хәтерҙә ҡалдырыу өсөн һинең айырым сәбәбең бар! 2026 йылдың 18 — 20 сентябрендә "Ил менән бул!" Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Уны Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һәм "Рәсәй йәштәре" ойошмаһы тәүге тапҡыр үҙенең һайлау хоҡуғын ҡулланыусылар өсөн махсус ойоштора. Һине нимә көтә? Аватарыңды Рәсәйҙең интерактив картаһына урынлаштыр - шул рәүешле үҙеңдең тауышыңды ил картаһында билдәләйһең. Акция партнерҙарынан дәртләндереү бүләктәре ал. Барыһы ла ябай! "Рәсәй йәштәре" федераль дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы һәм "Башҡа эш" ("Рәсәй - мөмкинлектәр иле" платформаһы) программаһының сайттарындағы махсус бүлекте асығыҙ — акцияға ҡушылығыҙ! Күберәк белгең киләме? QR-кодты сканла йәки тура сәхифәне ас https://myrosmol.ru/vybory2026 Мөһим! Акция тик теүәл 18 йәшен тултырғандар өсөн генә — 2007 йыдың 21 сентябренән 2008 йылдың 20 сентябренә тиклем тыуған йәштәргә. Мөһим ваҡиғаның бер өлөшө булыу һәм шәп бонустар алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырма!

