5 сентябрь көндө Иҫәкәй ауылында зыяратты таҙартыу буйынса өмә уҙҙы. — 7 сентября 2026 г. в 09:49:29.509
5 сентябрь көндө Иҫәкәй ауылында зыяратты таҙартыу буйынса өмә уҙҙы. “Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел," тиҙәр беҙҙең халыҡта. Зыяратты таҙартыу - ата-әсәләребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың мәңгелек йортон тәртиптә тотоу - мәңгелеккә киткәндәргә ихтирам билдәһе, ҙур һауаплы эш ул. 👍 Ауылыбыҙҙың берҙәм ир- егеттәре тиҙ арала йыйылып, эшкә тотондолар һәм үләнде сабып та ҡуйҙы. Аллаға шөкөр, һәр ваҡыт йыйылышып туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ ҡәберенә барып, уларҙың яҡты рухы алдында баш эйеү, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү - үҙе бер сауап, әүрәхтәр рухына Инйәр хәҙрәт Ҡөрьән сүрәләре бағышланы. Был изге эштә ауылдаштар һәр ваҡыттағыса ихлас, әүҙем ҡатнашты. Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.

