Яугир егеттәргә ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы — 7 сентября 2026 г. в 03:48:56.500
Яугир егеттәргә ярҙам итеү — барыбыҙҙың да изге бурысы 2 сентябрь көндө беҙ, Иҫәкәй ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, Маҡар ауылы мәҙәниәт йортона барып, махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Барыһының да теләге бер – яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, имен-һау ғына тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар. Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.

