💥 Һөйөнсө!
💥 Һөйөнсө! Йома, 16 октябрь, беҙ, "Торатау" редакцияһы коллективы Түбәнге Әрмет ауылы мәҙәниәт йортона гәзит уҡыусылар менән осрашыуға юлланабыҙ. Төрлө темаларға күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә Түбәнге Әрмет, Үрге Әрмет, Әрметрәхим ауылдары халҡын саҡырабыҙ. 👍 Ҡәҙерле дуҫтар, квитанцияларығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ - һеҙҙең өсөн бүләктәр әҙерләнек. Кемдәр әлегә гәзиткә яҙылып өлгөрмәгән, осрашыуҙа яҙылыу мөмкинселеге буласаҡ. Әйткәндәй, 16 октябрь - гәзиткә 10% ташлама менән яҙылыуҙың һуңғы көнө. Өлгөрәһегеҙ, дуҫтар! 📌 Башланыу ваҡыты 11.00 сәғәттә.