✅ Сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алды Торатау — 12 сентября 2026 г. в 09:52:11.577
✅ Сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алды Торатау Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр “ГеоСаҡырыу” Халыҡара геология чемпионаты уҙҙы. “Экология именлеге” милли проекты сиктәрендә 28 августан 9 сентябргә тиклем дауам иткән сарала донъяның 13 иленән һәм Рәсәйҙең 19 төбәгенән юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Ишембай ере һәр йылдағыса чемпионат ҡунаҡтарын ихлас ҡаршы алды. Йәш геологтар Торатауҙа булып, башҡорт халҡының милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-09-12/sit-il-una-taryn-arshy-aldy-toratau-4809219

