✅ Хөрмәтле яҡташтар! — 11 сентября 2026 г. в 12:04:57.102
✅ Хөрмәтле яҡташтар! Күркәм байрам – Милли кейем көнө уңайынан мини-викторина уйнатып, бүләк отторабыҙ. Еңеүсегә бүләккә – стилләштерелгән милли биҙәүестәр авторы Гүзәл Йәрмөхәмәтованан сертификат. 😊👍 Һорауҙарҙың барыһы ла Ишембай районына ғына ҡағылышлы, гәзитте иғтибар менән уҡып барһағыҙ, яуаптарҙың барыһын да белергә тейешһегеҙ. 1.«Аҡтайлаҡ» милли йәйәнән уҡ атыу клубын кем етәкләй? 2. Ишәй ауылы башҡорт халыҡ фольклор коллективы нисек атала? 3. Яңыраҡ ниндәй ауыл 300 йыллыҡ юбилейын билдәләне? 4. «Ауаз һала сал тарих» пьесаһының авторы? 5. - Көтөлмәгән шырлыҡтарға юлығып, Урманында һинең, башҡорт теле, Тертләп китәм. Күптән онотолған Моң алғандай йөрәгемде телеп, - шиғри юлдарының авторы кем? 6. Оҙаҡ йылдар «Торатау» гәзитендә район мәҙәниәтен һәм ауыл тормошон яҡтыртып, хәҙер республика баҫмаларының береһендә эшләп йөрөүсе корреспондент? ❗️ Яуаптарҙы төркөмгә смс-хәбәр менән йәки 89174385531 телефонына макс аша яҙып ебәрергә мөмкин.

