Перейти к содержимому
Максиметер

Яҡташыбыҙ – Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Ф...

Яҡташыбыҙ – Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Фәтҡуллина: - Ошо райондарҙан килгән аҫаба башҡорттарҙың балаларын уҡытыуыма бик шатмын. Был – бер. Икенсенән, төркөмдәрҙә төрлө милләт вәкилдәре уҡый – башҡорттар, татарҙар, рустар, мариҙар, удмурттар. Араларында Урта Азиянан, Кавказдан килгән милләттәр ҙа бар. Тағы шуны билдәләп үтеү мөһим, элегерәк икенсе милләттән булған студенттар, ни өсөн беҙ башҡорт телен өйрәнергә тейеш әле, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, хәҙер ундай күренеш бөтөнләй күҙәтелмәй тиерлек. Бөгөн балаларҙа гуманлыҡ тойғоһо көслө. Башҡа милләттәргә һәм телдәргә ихтирам менән ҡарайҙар, уларҙа шулай уҡ илһөйәрлек, мәрхәмәтлек сағыла. Студенттар араһында ирекмәндәр күп, ололарға, махсус хәрби операция ғаиләләренә ярҙам итәләр. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-4/2026-09-16/mer-buyy-bash-ort-tele-a-ynda-4809318

660 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 318 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.