✅ Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә — 11 сентября 2026 г. в 05:39:39.743
✅ Октябрҙә республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 📆 11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә. 2026 йылда был дата йәкшәмбегә тура килә. "Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында" республика законына ярашлы, байрам һәм ял көндәре тап килһә, ял унан һуңғы эш көнөнә күсерелә — был осраҡта дүшәмбе, 12 октябргә. Шулай итеп, республикала йәшәүселәрҙе биш көнлөк эш аҙнаһында өс көн рәттән — 10 октябрҙән 12-нә тиклем (шәмбенән дүшәмбегә тиклем) ял көндәре көтә. Байрамдарҙан һуң тәүге эш көнө – 13 октябрь.

