ҠАЙТЫР... — 11 сентября 2026 г. в 03:31:09.439
ҠАЙТЫР... Ҡайтыр улың, киң ҡосағын йәйеп, Үтер түргә, олпат йәш “бабай”. Олатаһы кеүек, бала саҡта Яу ваҡиғаларын ул барлар. Йүгерә-йүгерә әсә өҫтәл йәйер, Самауыры шыжлап моң һуҙыр. Бала саҡтан улы ултырып йөрөгән Артһыҙ ултырғысын ул ҡуйыр. Артыҡ күп һөйләмәҫ, әсәһенең Ул былай ҙа белә хәлдәрен. Күрә яулығының бер ситенән Төшөп торған аҡ-сал сәстәрен. ...Ҡайтыр улың, ҡайтыр көттәрмәҫ, Һуғыш-ҡәбәхәтте үлтергәс. Сыйырсыҡтар ҡайтып, һабан бөтөп... Һабантуйҙар, туйҙар үткәрергә, Алып ҡайтыр Еңеү Тыуған ергә!.. Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

