👍 Ҡомалаҡ йыйыр ваҡытты көтөп алабыҙ. Сөнки иң тәмлеһе - ҡомалаҡ сүпрәһенән һалынған и... — 10 сентября 2026 г. в 04:11:38.368
👍 Ҡомалаҡ йыйыр ваҡытты көтөп алабыҙ. Сөнки иң тәмлеһе - ҡомалаҡ сүпрәһенән һалынған икмәк. ❓ Сүпрәне нисек яһарға? Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Нафиҡова Зөлфиә Мансур ҡыҙынан уны яһау серҙәрен яҙып алдыҡ. Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. ✔️2 литр һыу алабыҙ, ✔️ҡайнатырға ҡуябыҙ. ✔️Һыу ҡайнап сыҡҡас, ҡомалаҡтың 1 ус сәскәһен, 1 ус һабағын ( япрағын бөтөнләй ҡушмайбыҙ) һалабыҙ ҙа ярты сәғәт талғын утта ҡайнатабыҙ. ✔️Һөҙәбеҙ. ✔️Һөҙөлгән ҡайнар һыуға он һалып болғатабыҙ.Тәүҙә һыуҙың бер өлөшөн генә ҡулланабыҙ. Унан ҡомалаҡ һыуының ҡалғанын яйлап, бутай- бутай өҫтәйбеҙ.Төйөрҙәренән яҙабыҙ (ҡоймаҡ шыйыҡлығында булырға тейеш ). ✔️Һыуынғанын көтәбеҙ, йылымыс булғас, ярты стакан әсетке - сүпрәне һалып бутайбыҙ. ✔️Йылы урында 10 -12 сәғәт тирәһе әсеп ултыра. ✔️Йылы урындан алғас, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һалып бутап ҡуябыҙ. ✔️Тағы аҙыраҡ әсергә ваҡыт бирәбеҙ.Ул ҡабара, унан яйлап аҫҡа төшә. Сүпрәбеҙ әҙер. ✔️3 литрлы банкаға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк.Банканың өҫтөнә тимер ҡапҡас һалабыҙ, һауа инеп - сығып йөрөрлөк булһын. ✔️Сүпрә ай - ай ярымға тиклем етә. ✔️1 литр һыуға икмәк иҙгәндә, 3 - 4 ҡашыҡ сүпрә ҡулланыла. "Ватандаш" журналынан.

