Янғында өс бер туған апалы-һеңлелеләр һәләк булған
Янғында өс бер туған апалы-һеңлелеләр һәләк булған “База” баҫмаһы Стәрлетамаҡтағы "Ҡояшлы" сауҙа-сервис комплексында сыҡҡан янғында үлгән тәүге өс кешенең кемлеген асыҡлаған. Яңылыҡ ҡот осҡос: улар өсөһө лә бер туған апалы-һеңлелеләр. 33 йәшлек Виктория, 45 йәшлек Елена һәм 29 йәшлек Елизавета сауҙа үҙәгенә тыуған көнгә бүләк алырға тип килгән. Асыҡланыуынса, өс көндән уларҙың әсәһенең тыуған көнө. Ҡатындарҙың береһенең ошо сауҙа үҙәгендә үҙ ательеһы эшләгән. Янғын ваҡытында уларҙың өсөһө лә һәләк булған. Сауҙа комплексындағы янғындың сәбәбе – ҡыҫҡа ялғаныш. Дүртенсе һәләк булғандың шәхесе әле асыҡлана. Фото: "База". "Башҡортостан" гәзитенән.