Ишембайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты
Ишембайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнашты Бөгөн 20.00 сәғәттә республиканың барлыҡ һайлау участкалары ябылды һәм комиссия ағзалары бюллетендәр менән эшләй башланы. Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 2143-сө һайлау участкаһы рәйесе Ләлә Зөлҡәрнаева белдереүенсә, һайлаусылар йома һәм шәмбе көндәре әүҙем килгән. Бөгөн, йәкшәмбе, халыҡ төштән һуң әүҙемләшкән. - Һайлауға килеүселәр араһында йәштәрҙең күпләп булыуы ҡыуандырҙы. Улар илебеҙ киләсәгенә битараф булмауҙарын күрһәтте. Беҙҙең участкала егерменән ашыу тәүге тапҡыр тауыш биреүсе булды, - тип уртаҡлашты ул. Тулы мәғлүмәттәр барлыҡ бюллетендәрҙе иҫәпләп бөткәс билдәле буласаҡ. Ирина Вахонина фотоһы #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026