🙏 Муниципаль райондың дин әһелдәре һайлауҙарға тәүге көндән уҡ ҡушылды.
🙏 Муниципаль райондың дин әһелдәре һайлауҙарға тәүге көндән уҡ ҡушылды. Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илнур Ғиниәтуллиндың уҡытыу эштәре буйынса ярҙамсыһы Мәҫкүрә Солтанова үҙ кандидатына тауыш бирҙе. - Тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ еңел булмаған осор кисергәндә һайлауҙа ҡатнашыу барыбыҙҙың да бурысы, тип уйлайым. Кем булыуыңа ҡарамаҫтан, яуаплылыҡ тойоп, киләсәгебеҙ өсөн битараф булмайыҡ. Һәр изге эштә берҙәмлек кәрәк. Хәйерле сәғәттә булһын! - тип уртаҡлашты Мәҫкүрә Зәйләғи ҡыҙы. Айһылыу ВАХИТОВА. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026