✅ Ишембай журналистары һайлауҙа ҡатнашты
✅ Ишембай журналистары һайлауҙа ҡатнашты «Торатау» һәм «Восход» гәзиттәре коллективтары үҙ һайлау участкаларына барып, гражданлыҡ бурысын үтәне. Журналистарыбыҙ иһә тауыш биреүҙе һөнәри эшмәкәрлек менән уңышлы берләштерҙе. Улар һайлау участкаларындағы ҡайнап торған тормошто туранан-тура сағылдырып бара. Яңы мәғлүмәт, сағыу фотолар һәм халыҡ менән ҡыҫҡаса әңгәмәләр ҡала һәм ауыл кешеләренең тауыш биреү барышын социаль селтәрҙәрҙә тиҙ арала яҡтыртырға мөмкинлек бирә. — Редакция хеҙмәткәрҙәре үҙ эшмәкәрлеге аша Ишембай районының, Башҡортостан Республикаһының һәм дөйөм Рәсәйҙең мәғлүмәт донъяһында ҡайнай. Шуға күрә беҙ бөгөнгө сәйәси ваҡиғаларҙың мөһимлеген, һайлауҙарҙа ҡатнашыу кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Беҙ үҙебеҙ өлгө күрһәтеп тауыш бирҙек һәм был мөһим сарала ҡатнашырға өлгөрмәгән яҡташтарыбыҙҙы һайлау участкаларына барырға саҡырабыҙ, — тип уртаҡлашты Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ғиниәтуллина. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026