😊👍 Супергеройҙар бар ул, береһе Аҡъярҙа йәшәй!
😊👍 Супергеройҙар бар ул, береһе Аҡъярҙа йәшәй! Таныш булығыҙ, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан 6-сы синыф уҡыусыһы Ураҡова Йәсмин. Йәйҙең ҡәҙимге бер эҫе көнөндә ул иптәштәре менән Һаҡмарға килә. Эҫелә һыу инеүҙән дә рәхәт нимә бар? Шул саҡ Йәсмин тәрән урында ике өлкән генә апайҙы күреп ҡала – көслө ағымға эләккәндәр, сыға алмайҙар. Ҡыҙыҡай бик етеҙ эш итә, ул ағымдан да, тәрәндән дә ҡурҡмай: Һауа тултырылған ҡулсаһын инәйҙәрҙең береһенә тоттора. Икенсеһен ҡулынан эләктереп, ярға табан һөйрәй. Пенсионер инәйҙәрҙең икеһе лә ҡотҡарыла! Уҡыусы ҡыҙҙың ҡыйыулығы тураһында район хакимиәтендә лә ишетәләр. Ошо көндәрҙә уға Рәхмәт хаты тапшыралар. «Аманат» журналы