💫 Мөмкин булһа
💫 Мөмкин булһа Мөмкин булһа әгәр, барығыҙға Бүләк итер инем шатлыҡты. Мөмкин булһа, барлыҡ дуҫтарыма Алып бирер инем һаулыҡты! Мөмкин булһа, барса күңелдәргә Сәсеп сығыр инем иманды, Әҙәйерҙәр ине насарлыҡтар, Айырһалар яҡшы-яманды! Мөмкин булһа әгәр, һәр кешегә Өләшер ҙә инем бәхетте, Ҡулдарына тотҡан бәхет менән Булыр ине һәр кем бәхетле! Мөмкин түгел шулай таратырға Иман, шатлыҡ, бәхет, һаулыҡты. Ысын күңелемдән теләп ҡалам, Раббым бирһен ошо байлыҡты! Фәүзиә Ҡотлогилдина (Алтынбаева)