💫 Рухи ҡиммәттәрҙе барлаусы «Юрматы»
💫 Рухи ҡиммәттәрҙе барлаусы «Юрматы» «Юрматы» башҡорт халыҡ фольклор коллективы райондың үҙенсәлекле рухи мираҫын тергеҙеүгә, һаҡлауға һәм киләсәк быуынға еткереүгә ҙур өлөш индерә. Уның бай репертуарын боронғо йырҙар, сәхнәләштерелгән йолалар һәм музыкаль-поэтик композициялар биҙәй. Коллектив ошо ерҙә көн күргән Юрматы ырыуының быуаттарҙан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен тарихи яҡтан оҫта сағылдыра. Йөҙҙәрсә йылдар тупланып килгән халыҡ хазиналарын сәхнәгә сығарыу — коллектив ҡатнашыусыларының төп бурысы һәм йөрәк ҡушыуы. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-6/2026-09-30/ruhi-imm-tt-r-e-barlausy-yurmaty-4826829