Перейти к содержимому
Максиметер

Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп!

Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп! Йәйҙең көҙ менән осрашҡан мәлендә Ҡанаҡай ауылының – Ишәй ауыл Советы биләмәһенең берҙән-бер һуғыш ветераны Әүхәҙи Батыргәрәй улы Минеғолов арабыҙҙан китте. Ауылда тыл ветерандары ла кәмей бара. Әлеге көндә Фәүзиә Иркәбаева, Нурия Насырова,  Рәйсә Байгилдина, Гөлсирә Янбаева апайҙар иҫән. Уларға Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, ғүмер бирһен, балаларының изгелеген күрһендәр. Һуғыш балалары: Рәшиҙә Минеғолова, Лена Иҙрисова, Ғәйникамал Янбаева, Маһизәр Ғәлина, Миникамал Минеғолова, Бибинур Ғәрифуллина апайҙар һәм Имам Латипов, Миҙхәт Хәлитов ағайҙар иҫән-һауҙар. Заманында ауылдың, колхоздың йөҙөк ҡаштары булды улар. Ғүмерҙәре эш менән үткән был ағай-апайҙар ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар, һеҙҙе күркәм байрам – Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым. Донъяның барлыҡ рәхәтлек, шатлыҡ ҡыуаныстарын күреп йәшәгеҙ. Һеҙ – ауылдың йәме һәм йәне! Ветерандар советы рәйесе Гөлсәсәк ШӘРИПОВА.

700 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 321 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.