Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө.
Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө. Ил аҡылы һеҙҙә тупланған! Әлдә һеҙ бар - йәштәр өсөн терәк, Кәңәш биргән, әрләп-хуплаған! Алтын көҙҙә - алтын аҡыл көнө. Ҡаршылайыҡ яҡты йөҙ менән! Донъя матур бары һеҙҙең менән, Һеҙҙең күҙҙәрҙәге осҡон менән, Һеҙҙең йөрәктәге ҡуҙ менән! Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан Һайран мәҙәниәт йортонда «Йылдар моңо» исемле байрам сараһы үтте. Өлкән быуын вәкилдәре өсөн концерт ойошторолдо. Ололар - беҙҙең байлығыбыҙ. Бөгөн беҙ уларға йәмғиәтебеҙгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө, уларҙың аҡыллылығы һәм сабырлығы өсөн рәхмәт белдерҙек. Был көндө үҙенсәлекле итергә ярҙам иткәндәргә айырым рәхмәт. Зөлфиә Ғәзизова.
Канал в каталоге Максиметера
1 325 подписчиков · Новости