Этҡол мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған байрам сараһы уҙҙы. — 2 октября 2026 г. в 11:04:48.134
Этҡол мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған байрам сараһы уҙҙы. Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов ауылдаштарҙы байрам менән ҡотлап, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарына терәк булып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙәрен теләне. Һәүәҫкәр артистарыбыҙ тарафынан әҙерләнгән бай концерт программаһы, мул һыйлы өҫтәл оло ағайҙарыбыҙ һәм апайҙарыбыҙға бик оҡшаны һәм киләһе йылдарҙа ла ошо байрамдарҙа осрашырға насип булһын, тигән теләктә таралыштылар. Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.