👏 Ишембайҙа уҡытыусыларҙы алҡышланылар! — 2 октября 2026 г. в 14:05:25.700
👏 Ишембайҙа уҡытыусыларҙы алҡышланылар! Бөгөн, 2 октябрҙә, ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө алдынан тантаналы сара үтте - ул үҙ ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған һөнәр эйәләренең фиҙаҡәр хеҙмәтенә арналды. Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин уҡытыусыларҙы ысын күңелдән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе. Белем биреү өлкәһенә тос өлөш индергәндәре өсөн бер төркөм педагогтарға наградалар һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Был көндә айырым иғтибарға ветеран уҡытыусылар лайыҡ булды. Йәш уҡытыусыларҙың хеҙмәттәге тырышлығы, ижади һәм ғилми эҙләнеүҙәре баһаланды. Байрам урындағы ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Муниципаль райондың барлыҡ педагогтарын яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайбыҙ! Айһылыу Вахитова.