Йылдар үтә тиеп моңаймайыҡ, — 3 октября 2026 г. в 02:31:55.787
Йылдар үтә тиеп моңаймайыҡ, Һәр осорҙоң үҙенә хас йәме. Йөрәктәрҙең дәрте һүнмәгәндә, Йәшәүҙәрҙең һис тә бөтмәҫ тәме. Һәр үткән көн өсөн шөкөр итеп, Ҡәнәғәтбеҙ булған барлыҡҡа. Бала-саға үҫте, хәҙер инде, Ейәндәр гел күмә шатлыҡҡа. Йылдар үтә тиеп моңаймайыҡ, Ҡартлыҡ күргән кеше бәхетле. Ҡартайғаста һәр саҡ булайыҡ беҙ, Аҡыллы һәм изге йөрәкле. Аллаһ бирһен йән татыулыҡтарын, Тыныслыҡтар килһен өйҙәргә. Аллаһ насип итһен барыбыҙға, Төплө аҡыл менән йәшәргә. Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина) Розалиә Төхвәтуллина фотоһы