🙌 Халыҡ көсө - берҙәмлектә — 2 октября 2026 г. в 14:06:18.778
🙌 Халыҡ көсө - берҙәмлектә Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһендә махсус хәрби операция яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙға ҡышҡылыҡҡа бесән килтереп бирелде. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм ауылдаштар был изге эштән ситтә ҡалмаған ир-егеттәргә — Рөстәм Фәрит улы Вәлиевҡа һәм Заһир Таһир улы Өмөтбаевҡа рәхмәт белдерә. Улар яҡташтарына ярҙам ҡулы һуҙып, берҙәмлектең оло өлгөһөн күрһәтте. Йомарт хужаларҙың изгелеге һәм битараф булмауы тотош биләмә өсөн оло баһаға лайыҡ, сөнки халҡыбыҙҙың көсө — берҙәмлектә.