✅ Байрамың менән, Башҡортостан!
✅ Байрамың менән, Башҡортостан! Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында Республика көнөнә арналған тантаналы концерт уҙҙы. Был сара ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын бер бөтөнгә берләштерҙе. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов ишембайҙарҙы ҡотланы. Тыуған яғыбыҙҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән алдынғы хеҙмәтсәндәргә, хеҙмәт ветерандарына һәм уҡыусыларға маҡтау грамоталары тапшырыу байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле булды. Сәхнә оҫталарының, иң яҡшы бейеү һәм йыр коллективтарының сағыу сығыштары һәр кемдә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы, халыҡтың берҙәмлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Розалиә Төхвәтуллина.