📅 11 октябрҙә Иҫке Һәйет ауыл клубында Республика көнөнә арналған "Дан һиңә, Башҡортос...
📅 11 октябрҙә Иҫке Һәйет ауыл клубында Республика көнөнә арналған "Дан һиңә, Башҡортостан!" исемле байрам концерты һәм йәрминкә үтте. Һәүәҫкәр артистарҙың һәр сығышын тамашасылар йылы алҡыштарға күмде. Өҫтәлдәр мул уңыштан һығылып торҙо. Шулай уҡ тәмле бәлештәр, һөтлө ризыҡтар, нимә генә юҡ ине һатыуҙа! Ҡолғона ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Алик Хөрмәт улы Ямалов бер төркөм ауылдаштарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Ауылдаштар концерт ҡарап, һатыу итеп, тәмле ҡоймаҡ, бауырһаҡ, самауыр сәйе менән һыйланды.