✅ Йәмәғәт эшендә — ҡәләм оҫталары
✅ Йәмәғәт эшендә — ҡәләм оҫталары 📅 Бөгөн, 14 октябрҙә, «Торатау» һәм «Восход» гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, берҙәмлек күрһәтеп, экологик өмәгә сыҡты. Ижади коллективтар был юлы ҡәләмдәрен тырма менән һеперткегә алмаштырып, ҡала биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. 👍 Өмә барышында журналистар һәм техник хеҙмәткәрҙәр билдәләнгән майҙанды сүп-сарҙан, ҡороған япраҡтарҙан таҙартты. Күҙ асып йомғансы тирә-яҡ таҙарҙы, тиҫтәләгән тоҡ сүп-сар йыйылып, махсус урынға оҙатылды. — Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һәр саҡ таҙалыҡҡа, изге ғәмәлдәргә саҡырабыҙ. Бөгөн үҙебеҙ өлгө күрһәтергә булдыҡ. Бергәләп эшләгәс, эш тә тиҙ һәм күңелле барҙы, — тине Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ғиниәтуллина. 🙌 Бындай саралар ҡалабыҙҙың таҙалығын һаҡлау ғына түгел, ә коллегалар араһындағы дуҫлыҡты, берҙәмлекте тағы ла нығыта. Розалиә Төхвәтуллина.