15 октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө
15 октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ, Эштәр ауыл ерендә. Ә шулай ҙа бер байрам бар Көҙҙөң матур көнөндә. Ниндәй байрам, тиһегеҙме? Әйткәс, әйтәйем инде. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына Бағышлаған был көндө. Уңған хужабикәләргә, Ябай көн ней, байрам ней. Ауылда йәшәүселәргә. Ял көндәре бармы ней? ! Иртән тороп һыйыр һауып, Көтөүен дә сығара. Ҡош-ҡорттары сырылдаша, Ем һипмәй түҙеп ҡара. Йорт эсендә күпме эш бит, Өй йыйыштыр, иҙән йыу! Ярай әле бар стиралка, Әлдә әле - өйҙә һыу! Әрле-бирле иткәнсе бит, Инде төш ауып киткән. Ашарға ла бешерергә, Ана бит, ваҡыт еткән. Шунан тағы - һауыт-һаба, Йыйыштырып йыуырға. Ятып ял итеү ҡайҙа, Кәрәк баҡса сығырға. Бына шулай, тейен кеүек, Тәгәрмәстең эсендә. Йүгергеләп, әйләнеп Керҙек көндөң кисенә. Киске тамаҡ яраштырып, Барлап сыҡҡас бар малды, Бер аҙ хәлдәр йыйырға ла, Бына бит, ваҡыт ҡалды. Ә шулай ҙа һис зарланмай, Барына шөкөр итеп. Йәшәй ауыл ҡатын-ҡыҙы, Гөрләтеп донъя көтөп. Гөлиә Көмөшбаева.