🤲 ИРТӘНГЕ ДОҒА
🤲 ИРТӘНГЕ ДОҒА Йә, Раббым! Әлхәмдүлилләһ, Һиңә сикһеҙ шөкөрҙәр булһын! Ҡараңғы төндө иҫән-һау үткәреп, тағы бер яҡты таңды ҡаршыларға насип иттең! 🤲 Йә, Аллаһым! Бөгөнгө көнөмдө хәйерле һәм бәрәкәтле итеп үткәрергә насип ит! Ҡалған ғүмеремде Һин яратҡан бәндәләреңдән булып, йәннәтеңә лайыҡлы изге ғәмәлдәр ҡылып, ихлас күңелдән ғибәҙәттәремде үтәп йәшәргә насип ит! Йә, Раббым! Иманымды нығыт, күңелемә тыныслыҡ, тәнемә һаулыҡ бир. Ғибәҙәттәремде, доғаларымды ҡабул ит! 🤲 Әмин, йә Раббил-ғаләмин!