18 октябрь – Атайҙар көнө
18 октябрь – Атайҙар көнө 😊 Мәҡәләбеҙҙең геройы - Йәнырыҫ ауылы егете Рәсим Рәис улы Мөхәмәтйәнов. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул үҙенең тормошон медицина менән бәйләргә ҡарар итә. Стәрлетамаҡ медицина колледжының дауалау эше бүлеген уңышлы тамамлап, халыҡ сәләмәтлеге һағына баҫа. Бына 14 йылдан ашыу инде ул Ишембай ҡалаһында ашығыс ярҙам хеҙмәтендә уңышлы эшләп килә. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙамға ашыҡҡан Рәсим Рәис улы бөгөн - медицина хеҙмәткәре генә түгел, ә өс бала атаһы ла. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-18/y-r-kt-sirena-uy-a-ail-4847441