🌲 Еребеҙҙең йәшел киләсәген бергә булдырабыҙ
🌲 Еребеҙҙең йәшел киләсәген бергә булдырабыҙ Иҫке Һәйет ауылы эргәһендә йәш шыршы үҫентеләрен ултыртыу буйынса экологик акция үтте. - Был изге эштә ҡатнашҡан барлыҡ ауыл халҡына, шулай уҡ ойоштороу эштәрен юғары кимәлдә алып барған Ҡолғона участкаһы начальнигы Хөрмәт Ямаловҡа һәм Маҡар урмансылығы мастеры Миңнияз Салауатовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте һәм халыҡ исеменән Маҡар урман хужалығы директоры, Ишeмбай районы Советы депутаты Сәлим Хафизовҡа үҫентеләр биргәне һәм ауылыбыҙҙың экологик башланғыстарын һәр ваҡыт хуплап торғаны өсөн рәхмәтлебеҙ, - тип уртаҡлашты Ҡолғона ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Алик Ямалов. Ултыртылған ағастар тамыр йәйеп, тыуған яғыбыҙҙы биҙәп үҫһен.