Байрам һәм ял көндәре билдәле
Байрам һәм ял көндәре билдәле Премьер-министр Михаил Мишустин 2027 йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Яңы йылда 2 һәм 3 ғинуар шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Ял көндәре булғанлыҡтан, уларҙы 5 ноябргә һәм 31 декабргә күсерергә ҡарар ителде. Шулай итеп, яңы йыл каникулдары 11 көн – 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк. 20 февралдәге ял көнө (шәмбе) 22 февралгә (дүшәмбе) күсерелде. Шулай уҡ 21-23 февралдә, 6-8 мартта, 1-3 майҙа һәм 8-10 майҙа, 12-14 июндә, 4-7 ноябрҙә ял итәбеҙ.