👍 Берҙәмлектә — таҙалыҡ
👍 Берҙәмлектә — таҙалыҡ «Экологик именлек» милли проекты сиктәрендә ҡалала масштаблы «Таҙа кесаҙна» өмәһе үтте. Ҡала халҡы һәм хеҙмәт коллективтары, берҙәм булып, урамдарға сығып, беркетелгән биләмәләрҙә тәртип урынлаштырҙы һәм тыуған ҡалабыҙҙа таҙалыҡ булдырҙы. Төп көс япраҡтарҙы йыйыуға йүнәлтелде. Өмәселәр Революция урамында (Ленин проспектынан башлап Совет урамына тиклем), шулай уҡ Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар скверында һәм уға сиктәш майҙандарҙа эшләне. — Бындай экологик акциялар ҡалабыҙҙы һиҙелерлек таҙараҡ һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеп кенә ҡалмай, ә кешеләрҙе уртаҡ файҙалы маҡсат тирәләй берләштерә лә, — тип билдәләне хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин. — Ситтә ҡалмай, «Таҙа кесаҙна»ла ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм. Сөнки бергәләп кенә беҙ тыуған ҡалабыҙҙы һәм тирә-яғыбыҙҙы яҡшыраҡ, матурыраҡ итә алабыҙ. Розалиә Төхвәтуллина.