Ҡала һәм район яңылыҡтары – һәр саҡ ҡул аҫтында!
Ҡала һәм район яңылыҡтары – һәр саҡ ҡул аҫтында! Дәүләт Думаһы депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина матур бүләк яһаны – ул «Изге подписка» акцияһы сиктәрендә «Торатау» һәм «Восход» гәзиттәрен 2027 йылға яҡташтарға яҙҙырҙы. Хәҙер һәр теләгән кеше лә Ишембайҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәгенә килеп, яңы ғына сыҡҡан баҫмаларҙы ҡарап, урында уҡ һуңғы яңылыҡтарҙы белә һәм туған яғының тормошон тоя ала. Бынан тыш, депутат Ватанды һаҡлаусылар өсөн «Единая Россия» гәзитен яҙҙырҙы. - Мин журналистарҙың эшен аңлайым һәм хөрмәт итәм. Улар бигерәк тә махсус хәрби операция ветерандары тураһында йылы һәм намыҫлы яҙа. Һеҙ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы саралары, яңы проекттар һәм мөмкинлектәр тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн бик мөһим эш башҡараһығыҙ, - тип билдәләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Хәстәрлек тойоу һәм тыуған районындың тормошон белеү – бик мөһим. Айһылыу Вахитова.