Перейти к содержимому
Максиметер

✅ Хөрмәтле Ишембай районы халҡы! Ҡәҙерле яҡташтар!

✅ Хөрмәтле Ишембай районы халҡы! Ҡәҙерле яҡташтар! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Был байрам халҡыбыҙ рухының көсөн, уның берҙәмлеген һәм һәр ваҡыт Ватан мәнфәғәтен яҡларға әҙер булыуын кәүҙәләндерә. Тарих беҙҙе тик бергәләп, көстәрҙе берләштергән саҡта ғына, теләһә ниндәй ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин икәнлегенә өйрәтә. Ишембай районында төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре тыныс һәм татыу йәшәй. Беҙҙең берҙәмлек - ул ябай һүҙ генә түгел, ул көндәлек хеҙмәт, үҙ-ара ярҙам һәм бер-беребеҙгә ихтирам. Ауылдарыбыҙҙың һәм ҡалаларыбыҙҙың именлеге, предприятиеларҙың тотороҡло эшләүе һәм иртәгәһе көнгә ышаныс тап ошо принциптарға нигеҙләнә. Был байрам көнөндә тыуған яғыбыҙҙың мәнфәғәте өсөн хеҙмәтегеҙгә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изгелек һәм ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем. Йорттарыбыҙҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ, йылылыҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ хакимлыҡ итһен, ә дөйөм йортобоҙ - Ишембай районы - йылдан-йыл матурланһын һәм уңайлыраҡ була барһын! Байрам менән! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! Рәмил АБДУЛЛИН, Ишембай районы хакимиәте башлығы.

86 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 318 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.