Иң көслө ҡорал — 15 сентября 2026 г. в 08:38:24.291
Иң көслө ҡорал Бер ваҡыт аҡыл эйәһенән: – Кеше уйлап тапҡан иң көслө ҡорал нимә? – тип һорағандар. – Иң көслөһөмө? Һүҙ! Иң емергесе лә, иң көсһөҙө лә – һүҙ. Бысаҡ, пуля, суҡмар ҡанлы эҙ ҡалдыра. Шартлатҡыстар барыһын да емерә. Әгәр кешене ағыулаһаң, ниндәй ағыу ҡулланылғанын да асыҡларға мөмкин. Ә һүҙ ҡалдырған эҙ башҡа ҡоралдарҙан күпкә хәтәрерәк. Баланы һүҙ менән тәрбиәләйҙәр, ҡатын үҙ иренән күпме әр ишетә. Йәки, киреһенсә, Аллаһ һүҙҙәрен күпме боҙоп тараталар... Иң мөһиме – һүҙ-ҡоралдың һиңә төбәләгәнме-юҡмы икәнен мәлендә асыҡлау. Үҙең дә һүҙеңде емергес ҡоралға әйләндермә, һиңә ҡаршы ҡулланыуҙарына ла юл бирмә. “Һүҙ – иң көслө ҡорал”, тигән грек философы Аристотель дә. Бер-беребеҙгә матур һүҙҙәр генә әйтәйек.

