«Самауырлы ритайым»ға рәхим итегеҙ!! — 11 сентября 2026 г. в 11:28:29.245
«Самауырлы ритайым»ға рәхим итегеҙ!! Бөгөн, 11 сентябрҙә, киске 8-ҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында байрам ойошторола. Милли кейем көнөнә арналған сағыу программала Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Гүзәл данс» хореография ансамбле, «Салауат» өлгөлө бейеү академияһы, «Хазина» этно-проекты; йырсылар Тимур Ямалов, Ильяс Кинйәғолов, Илнур Һибәтуллин һәм «Поколение» хор коллективы сығыштары көтөлә. 6+

