Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ремонт эштәре барышы ... — 17 августа 2026 г. в 08:43:55.312
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ремонт эштәре барышы тураһында. 🎭Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт дауам итә. Кисә объектҡа эш визиты менән Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов менән РФ‑тың VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһының «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутат Эльвира Ринат ҡыҙы Айытколова килде. Театр директоры Илнур Риза улы Әбдрәшитов ҡунаҡтарҙы объекттағы эштәр барышы менән таныштырҙы. Визит барышында капиталь ремонттың хәҙерге статусы һәм проектты ваҡытында тамамлау, тамашасылар һәм театр хеҙмәткәрҙәре өсөн заманса һәм уңайлы мөхит булдырыу буйынса алдағы аҙымдар күҙалланды. Республика һәм ил етәкселәренең ошондай иғтибары төбәктең мәҙәни инфраструктураһына ҙур иғтибар биреүен күрһәтә. ______________________________ О ходе ремонта в Сибайском театре драмы им. А. Мубарякова. 🎭В Сибайском государственном башкирском театре драмы имени Арслана Мубарякова продолжается капитальный ремонт в рамках национального проекта «Семья». На днях с рабочим визитом объект посетили исполняющий обязанности министра культуры Республики Башкортостан Фанур Рафисович Шайхисламов и депутат Государственной Думы РФ VIII созыва от партии «Единая Россия» Эльвира Ринатовна Аиткулова. Директор театра Ильнур Ризович Абдрашитов ознакомил гостей с ходом работ на объекте. В ходе визита состоялось обсуждение текущего статуса капитального ремонта и дальнейших шагов по своевременному завершению проекта для создания современной и комфортной среды для зрителей и сотрудников театра. Подобное внимание со стороны руководства республики и страны подчёркивает высокий приоритет поддержки культурной инфраструктуры региона.

