20 майҙа Ҡазан ҡалаһында Татар дәүләт филармонияһы скверында Рәшит Ваһапов исемендәге X... — 25 мая 2026 г. в 06:52:07.635
20 майҙа Ҡазан ҡалаһында Татар дәүләт филармонияһы скверында Рәшит Ваһапов исемендәге XXII Халыҡ-ара татар йыры фестиваленең йәш башҡарыусылар конкурсы финалистарының традицион концерты үтте. ⠀Сибай концерт-театр берекмәһе солистары ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашып, "Рәшит Ваһапов репертуарынан башҡорт халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыусы" номинацияһында Азамат Әхмәтханов - I ДӘРӘЖӘ ЛАУРЕАТ, Алина Вәхитова - II ДӘРӘЖӘ ЛАУРЕАТ исеменә лайыҡ булды. Азамат һәм Алинаны лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тағы ла сағыуыраҡ сығыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

