Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасылар һөйөүен яулаған “ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, АУЫЛДАШТАР!” теа... — 25 мая 2026 г. в 06:52:56.976
Сибай концерт-театр берекмәһе тамашасылар һөйөүен яулаған “ҺАУМЫҺЫҒЫҘ, АУЫЛДАШТАР!” театрлаштырылған концертын яңынан сәхнәгә сығара. Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов ошо тамашала үҙенең 55 йәшлек юбилейын Сибай концерт-театр берекмәһе артистары менән бергә билдәләргә, шатлығы менән уртаҡлашырға саҡыра. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" тыуған яҡҡа, тыуған ауылға һөйөү хистәре менән һуғарылған һәм тамашасыларҙы үткәндәргә, йәшлек йылдарына алып ҡайта,онотолған хәтирәләрҙе яңырта. Концерттар: 27 май – Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә, 29 май – Сибай концерт-театр берекмәһе сәхнәһендә үтәсәк. Тамашаның сценарий авторы – РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы Мотал Рәмов, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина. Йәшлектә ятып ҡалған ретро йырҙар тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарарға теләһәгеҙ, Сибай концерт-театр берекмәһенең тамашаһына рәхим итегеҙ, дуҫтар! Билеттар Сибай филармония кассаһында, онлайн сайтта алырға була.БИЛЕТТАР - БАЙМАҠ: sibay-concert.ru/afisha/alb...БИЛЕТТАР - СИБАЙ: sibay-concert.ru/afisha/alb...

