СибФ УУНиТ | Сибайский институт (филиал) Уфимского университета науки и технологий
Образование · 11 июля 2026 г.
Хөрмәтле Вәкил Исмәғил улы! 🎉👏 — 11 июля 2026 г. в 06:08:29.327
Хөрмәтле Вәкил Исмәғил улы! 🎉👏 Сибай институты коллективы исеменән Һеҙҙе оло юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 🌹🥳 Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ 💪, оҙон ғүмер 🌿, тыныс көндәр ☀️ теләйбеҙ. Һеҙ - республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға, уның сифатын күтәреүгә бик ҙур тырышлыҡ һалған ғалимдарҙың береһе. 📚✨ Дәрестә уҡыусыларҙың телмәрен үҙләштереү, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу алымдарына арналған күп фәнни тикшереүҙәр авторы. 🧑🏫📖 Ә инде Урал аръяғы райондары өсөн мөһим булған Сибай институтын асыу, уның төп йүнәлешен билдәләү нәҡ Һеҙҙең исем менән бәйләнгән. 🏛️🌟 Быйыл Сибай институты үҙенең 35 йыллығын билдәләне һәм ошо йылдар эсендә ул 30 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгес әҙерләп сығарҙы. 🎓📊 Хөрмәтле Вәкил Исмәғил улы! Тағы бер тапҡыр күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ 🥂🎈, иң мөһиме - сәләмәтлек 💚 һәм Фидәһиә Иҙиәт ҡыҙы менән бергә-бергә, тигеҙ ғүмер итеп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы теләйбеҙ. 👨👩👧👦❤️ Беҙ Һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! 🙌🌟 Иң изге теләктәр менән уҡытыусылар, студенттар, хеҙмәткәрҙәр исеменән Илдар Сәлихйән улы Хәмитов ✍️ #Юбилей2026 🎂 #ВәкилИсмәғилУлы #СибайИнституты 🏛️ #35йыл 🎉 #БашҡортТеле 📚 #УралАръяғы #Мәғариф #ГордостьИнститута #Башҡортостан 🌿 #30меңБелгес 🎓 #ҒаиләБәхете ❤️

