СибФ УУНиТ | Сибайский институт (филиал) Уфимского университета науки и технологий
Образование · 8 сентября 2026 г.
#Тарихта_был_көн — 8 сентября 2026 г. в 11:43:21.965
#Тарихта_был_көн #Баймаҡ_энциклопедияһы Бөгөн техник фәндәр кандидаты, педагогия фәндәре докторы, доцент Вәлиев Азат Сәлимйән улы тыуған көн. Азат Сәлимйән улы 1964 йылдың 8 сентябрендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Баймаҡ районы Яковлевка ауылында Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын , шунда уҡ аспирантураны тамамлаған. 1988 йылдан алып Һәүәнәк совхозында инженер-механик, 1989-1991 йылдарҙа төҙөлөп ятҡан Темәс кирбес заводында баш инженер булып эшләй. 1994 йылдан инженер, 1995 йылдан Силәбе дәүләт агроинженер университетында уҡыта. 1998 йылдан алып БДУ-ның Сибай институтында эш башлай, 2000 йылдан дөйөм техник дисциплиналар кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 2010-2011 йылдарҙа тәбиғи-математика, 2012 йылдан технология факультеттары деканы, 2017 йылдан директор вазифаһын башҡара. Фәнни эшмәкәрлеге машина-трактор агрегаттарының параметрҙарын һәм эш режимын оптималләштереүгә; юғары профессиональ белем биреү системаһында студенттарҙың профессиональ әҙерлеген камиллаштырыуға арналған. Азат Сәлимйән улы 140-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән һөнәри-техник белем биреү буйынса 20-нән ашыу уҡыу-методик әсбап, 4 монография авторы. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2014 й.). Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән (2011 й.).

