Совет сельского поселения Старомунасиповский сельсовет МР Бурзянский район РБ
Политика · 6 апреля 2026 г.
Хәйерле көн ауылдаштар! — 6 апреля 2026 г. в 06:33:10.577
Хәйерле көн ауылдаштар! Мал - ҡош ауырыуҙары тураһында тирә - яҡта бик күп яҙалар, ҡайһы райондарҙа, региондарҙа хатта карантинға ябыу осраҡтары ла бар. Шуға күрә , ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, һәр ихата үҙ малдарын ҡайғыртыу маҡсатында, ветеринар яҡтан һаҡ булырға , уяу булырға тейешле. Әлеге ваҡыттарҙа ветеринар ҙар һәр ауылда ла йөрөп , малдан ҡан ала, себер язваһына , ҡотороҡҡа ҡаршы прививкалар эшләй.Уларҙың ҡайһы ауылға ,ҡасан киләсәктәре тураһында ауыл чаттарына белдереүҙәр эшләп торасаҡбыҙ. Әлеге ваҡытта тағын да мал өсөн үтә лә хәүефле сир янай, ошо ауырыуға ҡаршы вакцина тураһында ҡайғыртыу бара.Бының өсөн тиҙ арала 8 апрелга тиклем вакцинаға заявка эшләргә кәрәк.Бер баш малға 100 һум.(һыйыр, һарыҡ, кәзә, быҙауҙар, бәрәстәр).Был вакцинаны алыр өсөн ,һәр кем үҙ мал иҫәбе һанына ҡарап, ошо көндәрҙәрҙә аҡсаны Эльвина Афзал ҡыҙына тапшырабыҙ. Был ауырыу ныҡ ҡурҡыныс, шуға күрә бөтә малдарға вакцинаны һалдырыу мотлаҡ!

