Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Совет СП Давлетовский сельсовет МР Абзелиловский район РБ
Без категории · 12 сентября 2026 г.
Милли кейем Көнө сиктәрендә Асҡар "Миләш"балалар баҡсаһында тематик көн үтте. Асҡар "Миләш"балалар баксаһы«Ҡыңғырау " мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнә Дәүләт һәм Ҡушый ауылы ағинәйҙәре,ҡул эштәре оҫтабикәләре, Өләсәйҙәре Сәғиҙә Ҡотдос ҡыҙы һәм Римма Рәхимгәрәй ҡыҙы килде. Улар балаларға үҙҙәренең ҡул эштәрен күрһәтте, милли кейемдең һәр халыҡтың мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булыуы хаҡында һөйләне. Был кейем генә түгел, ә тотош халыҡ һәм айырым кеше тураһында һөйләй алған ҙур тарих. Балалар милли кейемдең үҙенсәлектәре, орнаменттарҙың нимә символлаштырыуы, кейемдә ниндәй төҫтәр һәм биҙәктәр ҡулланылыуы тураһында белде, костюм элементтарының исемдәре менән танышты. Көн танып белеү, күңел асыу һәм эмоциональ рәүештә үтте. Балаларҙы халыҡ мәҙәниәте сығанаҡтарына йәлеп итеп, беҙ быуындар туплаған бай тәжрибәне, традицияларҙы, ҡиммәттәрҙе һаҡлайбыҙ. Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙға ваҡыт табып, балаларға был байрамды бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт🙏🇸🇱
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.